

2025 йылдың июленән декабренә тиклем Башҡортостан халҡы йыйған 1,1 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеүгә оҙаттылар, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Акция «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттарына (национальный проект «Экологическое благополучие») тап килә.
Йыйыу пункттары партнерлыҡ ойошмалары һәм ирекмәндәр булышлығында юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында һәм йәмәғәт майҙансыҡтарында ойошторолдо. Икенсел сеймалды эшкәртеүгә тапшырыуҙан килгән аҡсаны төбәк йылғаларына ебәреү өсөн үҫемлек ашаусы балыҡ селбәрәләре һатып алыуға йүнәлтәләр.
«Экологик именлек» милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!