

Программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») федераль проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.
— Аксен һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары грантҡа һайлап алыу турын үтте. Аҡса инфраструктураны һәм ҡорамалдарҙы, матди-техник базаны яңыртырға, ҡорамалдар һәм программа тәьминәтен һатып алырға, мәғариф программаларын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Былар барыһы ла компетентлы белгестәр, тармаҡ етәкселәре һәм буласаҡ фермер-эшҡыуарҙар әҙерләү өсөн ғәҙәттәгесә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы төҙөгән системаның мөһим өлөшө буласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Шуныһы мөһим: колледждың мәктәп (унда агротехкластар булырға тейеш) һәм буласаҡ эш биреүсе - бизнес менән партнерлығы программала ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе булып тора.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!