Милли проекттар
16 Января , 05:00

Ленин паркын реконструкциялау дауам итә

Баш ҡалабыҙ Өфөләге Ленин исемендәге паркта күләмле төҙөкләндереү эштәре бара.

Ленин паркын реконструкциялау дауам итәЛенин паркын реконструкциялау дауам итә
Ленин паркын реконструкциялау дауам итә

Яңыртыу эштәре “Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Әлеге көнгә эш күләменең 60 проценты үтәлгән, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Подрядсылар территорияны төҙөкләндереүҙең әүҙем өлөшөнә күсә. Заманса балалар уйын комплекстарына нигеҙ һалынған, майҙансыҡтарҙың бер өлөшө ҡуйылған. Инженер селтәрҙәрендә байтаҡ эштәр башҡарылған. Был кискеһен паркты яҡтыртырға ғына түгел, ә бөтә яңы объекттарҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә.

Яңыртылған паркта йәйәүлеләр өсөн зоналар булдырылып, улар парктың бөтә мөйөштәрен тоташтырырға тейеш. Бынан тыш, стритбол һәм волейбол өсөн майҙансыҡтар әҙерләнгән. Инклюзив мөхит булдырыуға айырым иғтибар бүленә.

Иң төп яңы объекттарҙың береһе – мәҙәни саралар өсөн төҙөлгән амфитеатр. Уның бетондан нигеҙе ҡойолған да инде. Яңыртыу барышында фонтандарға ремонт үткәрелә, дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән йәйәүлеләр юлы түшәлә, 200-ҙән ашыу бәләкәй архитектура формаһы ҡуйыла. Йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүленә: 46 мең квадрат метр самаһы биләмәне төҙөкләндерелгән газондар, сәскә түтәлдәре һәм ағастар биләр, тип күҙ уңында тотола.

Ленин паркын реконструкциялау былтыр яҙғыһын башланғайны. Проект буйынса инфраструктураны комплекслы яңыртыу, бөтә йәштәгеләр ҙә рәхәтләнеп ял итерлек урындар булдырыу, биләмәнең эстетик яҡтан күркәмлеген арттырыу планлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы.

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/782339/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас