

Благовещен ҡалаһында 2017-2021 йылдарҙа авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсенеүселәр яңы фатир асҡыстарын алды. Төбәктә «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектына (национальный проект «Инфраструктура для жизни») ярашлы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының яңы этабы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.
Зенцов урамындағы 1-се һәм Комаров урамындағы 13-сө йорттарҙа фатирҙар бирелгән.
- Программаның икенсе этабы буйынса Зенцов, Чистяков, Ленин, Социалистик һәм Щорс урамдарындағы биш авария хәлендәге йортта йәшәгән 26 ғаилә төҙөкләндерелгән торлаҡ асҡыстары алды, - тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
2030 йылға тиклем граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программа сиктәрендә Благовещенда бөтәһе 411 кешене йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү бурысы тора. Күсереләсәк дөйөм майҙан 910 кв. метрҙан ашыу тәшкил итәсәк.
Шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән Благовещен йәштәре Зенцов урамындағы яңы 90 фатирлы торлаҡ йорттан 15 яңы фатир асҡыстарын алды. Торлаҡ йорттар тулыһынса төҙөкләндерелгән, йәғни күсенеп йәшәү өсөн әҙер торошта тапшырылған.
Фото: building.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!