

Күмертау ҡалаһында йылҡы итенән ит деликатестары етештереүсе «Подковка» компанияһы продукция менән тәьмин итеү географияһын киңәйтте һәм «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә брендты үҫтерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Предприятиеға, атап әйткәндә, 4 миллион һум күләмендә льготалы заем бүленде. Аҡса йылҡы ите, тәмләткестәр һәм төрөү материалдары кеүек юғары сифатлы сеймал һатып алыуға йүнәлтелде. Был иһә бешкән ҡаҙылыҡтың боронғо ғаилә рецебына нигеҙләнгән етештереүҙе арттырырға мөмкинлек бирҙе.
“Подкова”ның уңышы дөрөҫ финанслау һәм дөрөҫ идара итеүҙең ҙур булмаған ғаилә башлансын уңышлы төбәк брендына әүерелдерә алыуына сағыу миҫал булып тора. Бизнесҡа ваҡытында дәүләт ярҙамы күрһәтеү проекттар өсөн үҫеш нөктәһе булып тора”, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары - иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү.
Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!