Милли проекттар
22 Ғинуар , 10:45

Мәктәптәрҙә яңы шарттар булдырыла

Хәүефһеҙлекте лә, уңайлыҡты ла хәстәрләйҙәр  

Мәктәптәрҙә  яңы шарттар булдырылаМәктәптәрҙә  яңы шарттар булдырыла
Мәктәптәрҙә яңы шарттар булдырыла

2026 йылда Өфөлә һуңғы йылдарҙағы иң күләмле мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау  эштәре билдәләнгән. “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) бер юлы 16 дөйөм белем биреү учреждениеларында был эш башҡарыласаҡ, тип хәбәр итә республика баш ҡалаһының хакимиәте.

Был исемлеккә Калинин, Киров, Ленин, Октябрьский, Орджоникидзе райондарының учреждениелары ингән.

Программа мәктәптәрҙең матди-техник базаһын комплекслы яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Быға фасадты, ҡыйыҡты, эске бүлмәләрҙе ремонтлау, йылытыу, һыу, электр менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу инә. Айырым иғтибар белем биреү процесын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә уңайлы шарттар тыуҙырыуға  йүнәлтелә.

Проекттың маҡсаты – биналарҙы яңыртыу ғына түгел, Өфө мәктәптәрендә уңайлы, хәүефһеҙ мөхит тыуҙырыу. Был белем биреү сифатын күтәреүгә, балаларҙың гармониялы үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас