Башҡортостан дәүләт аграр университетының 16 уҡытыусыһына торлаҡ асҡыстары тапшырылды. Улар, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисергән хеҙмәткәрҙәр, Өфө ҡалаһы янындағы Миловка ауылында яңы фатирҙарға инде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аграр йүнәлештәге уҡыу йорттары педагогтарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – бөгөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы алып барған ҙур эштең бер өлөшө. “Һис һүҙһеҙ, һәр кемдең хеҙмәт һөҙөмтәһе уның социаль хәленә бәйле. Йәшәү шарттары насар булған кешенең эшкә дәрте артмаясаҡ, ул сифат, киләсәк тураһында ла уйламаясаҡ. Ә беҙҙең мәғариф, ауыл хужалығы тармаҡтарында тәү сиратта алдағыңды хәстәрләү мөһим. Тимәк, уҡытыусының социаль хәле иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, – ти ведомство етәксеһе. – “Агросәнәғәт комплексының төп проекттарын тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән белгестәргә торлаҡ наймы килешеүе буйынса торлаҡ төҙөү (алыу)” программаһы “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект "Технологическое обеспечение продовольственной безопасности") “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Унда аграр юғары уҡыу йорттары белгестәренә найм килешеүе буйынса биреү өсөн муниципаль берәмек милкенә тапшырылған торлаҡты алған предприятиеларҙың сығымының 90 процентын компенсациялау ҡаралған”.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда ошо программа нигеҙендә республика өсөн 79,65 миллион һум бүленгән, шуның 78,05 миллион һумы – федераль бюджеттан. Ошо суммаға дөйөм майҙаны 886 квадрат метрлыҡ 16 фатир алынған.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.