“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Мәләүез районыныда Нөгөш – Күмерле яңы туристик проекты барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә урындағы йүнсел үҙенең эшҡыуарлығын киңәйткән.
Конкурс һайлауы буйынса милли проектты бойомға ашырыу өсөн 1,27 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән, инвесторҙың үҙ аҡсаһы 1,32 миллион һум тәшкил иткән. Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.
“Нөгөш – Күперле – йыл әйләнәһенә сәйәхәт итеп булған, 30 километр оҙонлоғондағы, һигеҙ-туғыҙ сәғәт ваҡытты алған маршрут. Юл бик матур тәбиғәт урындары аша үтә”, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Нөгөш – Күперле маршруты буйынса мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған һәм беседкалар төҙөлгән.
“Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәс, яңы туристик нөктәләрҙән тыш, миҙгелдә генә ял итеүселәрҙең буласағын аңланым. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ милли проекты буйынса ярҙам ҙур этәргес көскә әүерелде: Нөгөш – Күперле маршруты ысын Башҡортостанды күреү мөмкинлеген бирә. Был минең өсөн эшҡыуарлыҡ ҡына түгел, кешеләрҙең яңынан-яңы ҡайтыуы өсөн тыуған яғыбыҙҙың матурлығын күрһәтеү ҙә”, - тип белдергән эшҡыуар Илдус Смаҡов.
Сығанаҡ: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!