Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар , 08:30

Ленин ауылында – юғары тиҙлекле интернет

Халыҡ хәҙер онлайн тәртиптә социаль әһәмиәтле хеҙмәттәр менән файҙалана ала

Ленин ауылында – юғары тиҙлекле интернет
Ленин ауылында – юғары тиҙлекле интернет

Саҡмағош районы Ленин ауылы халҡы бик тиҙ эшләй торған интернет менән тәьмин ителгән. Был “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) саралары аша тормошҡа ашырылған. Яңылыҡты район хакимиәте хәбәр итә.

Хәҙер бындағы халыҡ юғары сифатлы фильмдар ҡарай, видеоэлемтә аша аралаша һәм онлайн тәртиптә социаль әһәмиәтле хеҙмәттәр менән файҙалана ала. Мәҫәлән, квитанциялар буйынса түләргә йәки табипҡа яҙылырға була.

– Бөгөн интернет ул ниндәйҙер байлыҡ түгел, ә ауыл тормошон ҡалалағы кеүек үк уңайлы иткән тоғро ярҙамсы. Ленин ауылына интернет селтәре үткәреү – беҙҙең районда уңайлы мөхит булдырыуға тағы бер аҙым, – ти ауыл биләмәһе башлығы Раушания Усманова.

Быға тиклем күп тапҡыр яҙғаныбыҙса, РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән былтырҙан алып илебеҙҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: https://gtrkrb.ru/novosti/...

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас