“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты сиктәрендә 2025 йылда «Минең бизнесым» үҙәге 8 меңдән ашыу консультация һәм профилле хеҙмәт күрһәткән, шул иҫәптән 4 993 - кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, 908 - үҙмәшғүл граждандарға, 2 204 - эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән физик берәмектәргә.
Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.
— “Минең бизнесым” үҙәге “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса эшләй, эшҡыуарҙарға кәрәкле хеҙмәттәр һәм ресурстар менән ҡулланырға мөмкинлек бирә. Был, төбәктең иҡтисади үҫеше өсөн үҙәктең әһәмиәтен билдәләп, бизнесты алып барыу шарттарын яҡшырта һәм предприятиеларҙың конкурентлыҡ һәләтен арттыра, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
2025 йылда үҙ эшеңде башлап ебәреү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү, маркетинг, финанс ҡуртым (лизинг), дәүләт ярҙамы саралары, хоҡуҡ мәсьәләләре, күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашыу, сертификация һәм патент-лицензия оҙатыуы, шулай уҡ башҡа мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған 7 850 консультация уҙғарылды.
Бынан тыш, Үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә 255 махсуслаштырылған хеҙмәт күрһәткән. Улар араһында - фирма стилен әҙерләү йәки ребрендинг, «Хәләл» стандарты буйынса сертификация, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе алға этәреүҙә ярҙам, сығымдарҙы оптималләштереүҙә һәм тауар билдәләрен теркәү тураһында таныҡлыҡ тултырыуҙа булышлыҡ итеү.
— “Минең бизнесым” үҙәге - республика эшҡыуарҙарын йәлеп итеү нөктәһе ул. Йылдан-йыл тәҡдимдәр даирәһе, бизнес ихтыяждарын һәм иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, киңәйә бара. Яңы йүнәлештәрҙең береһе – “Ғәҙел билдә” тауарҙарына келәймәләр һалыуҙа ярҙам итеү, унда беҙҙең үҙәк белгестәре консультация бирә, яңыһына өйрәтә, шул иҫәптән техник ярҙам күрһәтә, - тип хәбәр итте «Минең бизнесым» үҙәге етәксеһе Айгөл Баһауетдинова.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan