Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, тағы бер яңы автомобилгә байыны.
LADA VESTA автомобиле пациенттарҙы уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк шарттарҙа йөрөтөү өсөн ҡулайлаштырылған, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яңы уңайлыҡтар булдырылған. Алғы кресло бороу - күсереү механизмы менән йыһазландырылған, багажникта инвалид коляскаһын һалыу өсөн урын да бар. Салонда дүрт кешене ултыртып йөрөтөргә мөмкин.
“Автопарктың яңырыуы медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарға тиҙерәк барып етергә һәм тәүге медицина ярҙамын күрһәтергә мөмкинлектәрҙе арттыра. Юл йөрөү хәүефһеҙерәк була бара”, – тине дауахананың баш табибы Наил Ғиләжетдинов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!