Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар , 09:30

Шыршылар юнысҡыға тапшырылды

Ҡаланың барлыҡ райондарында урынлашҡан 11 махсус  ҡабул итеү пунктына 2012 шыршы тапшырылған

Шыршылар юнысҡыға тапшырылды
Шыршылар юнысҡыға тапшырылды

Өфөлә Яңы йыл байрамдарынан һуң ылыҫлы ағастарҙы үтилләштереү буйынса “Шыршыларҙы – юнысҡыға” ҡала акцияһы тамамланды. Ул “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә һәм экологик мәҙәниәтте формалаштырыуға булышлыҡ итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Ҡаланың барлыҡ райондарында урынлашҡан 11 махсус  ҡабул итеү пунктына 2012 шыршы тапшырылған.

“Шыршыларҙы – юнысҡыға” ҡала акцияһы йыл һайын ҙур һорау менән файҙалана һәм быйыл халыҡ бигерәк әүҙем ҡатнашты. Ағастарҙы үтилләштереү – тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индерелгән тос өлөш һәм тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡараш күрһәткесе ул”, - тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Ҡала эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Ольга Филева.

Сығанаҡ: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас