Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар , 06:30

Тармаҡ федераль ярҙам ала

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар өлкәһендә компетенцияларҙы үҫтереүгә 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. 

Тармаҡ федераль ярҙам ала
Тармаҡ федераль ярҙам ала

Башҡортостан “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) сиктәрендә пилотһыҙ авиация системалары технологияларын үҫтереүгә 1,3 миллиард һум күләмендә федераль субсидия аласаҡ. Был хаҡта республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр.

Аҡса һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-производство үҙәген йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Унда ватан пилотһыҙ системаларын эшләргә, һынарға һәм етештерергә планлаштыралар.

Үҙәкте 10 мең квадрат метр майҙанда “Зубово” технопаркында урынлаштырыу күҙаллана. Бөгөнгө көндә 21 технология компанияһы резидент булып тора. Проектҡа идара итеү менән “Пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы шөғөлләнә.

Үҙәк төбәктең инфраструктура үҙәге булып тора, етештереүселәрҙең һәм эшләүселәрҙең компетенцияларын берләштерә. Бүленгән аҡсаға пилотһыҙ системаларҙы һынау һәм етештереү өсөн юғары аныҡлыҡтағы ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла. Был ватан пилотһыҙ аппараттарын эшләүҙе һәм сертификациялауҙы тиҙләтергә, шулай уҡ үҙәк резиденттары араһында кооперацияны көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас