Башҡортостанда йәнлек-ҡоштарҙы иҫәпләү «Экология именлеге» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») маҡсаттарына ярашлы үткәрелә, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Күҙәтеүҙә һигеҙ мең гектарҙан ашыу майҙанда ҡулланылған ҡышҡы маршрут иҫәбе ысулына таяналар.
Уның ярҙамында белгестәр мышы, болан, ҡабан, бүре, һеләүһен, төлкө, һыуһар һәм башҡа хайуандарҙың, ҡоштарҙың һанын иҫәпләй ала. Майҙаны буйынса бәләкәйерәк ерҙә иҫәпкә алыу йәнлектәрҙе ашатыу, тоҙ биреү урындарында һәм башҡа объекттарҙа үткәрелә.
– Ҡышҡы иҫәп – ул фундаменталь эш, йәнлектәр донъяһын һаҡлау һәм һунарсылыҡ хужалығын көйләү өлкәһендә фәнгә нигеҙләнгән ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн нигеҙ. Асыҡланған мәғлүмәт беҙгә табыш лимиттарын билдәләргә, биотехник сараларҙы планлаштырырға һәм тәбиғәтте һаҡлау эшенең һөҙөмтәлелеген баһаларға ярҙам итә, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Мәғлүмәт, фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/