Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ғинуар , 08:30

355 саҡрым юл һәм 11 яһалма ҡоролма йүнәтелгән

Был 2024 йылға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк

355 саҡрым юл һәм 11 яһалма ҡоролма йүнәтелгән
355 саҡрым юл һәм 11 яһалма ҡоролма йүнәтелгән

Башҡортостанда 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында дөйөм оҙонлоғо 1260 метрлыҡ 355 саҡрым юл һәм 11 яһалма ҡоролма яҡшы хәлгә килтерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.

Был 2024 йылға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән, терәк селтәренә ингән 221 км юлдар йүнәлтелгән. Мәҫәлән, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 28 саҡрымы, Белорет – Учалы – Мейәс трассаһының 11 саҡрымы, Магнитогорск – Ира йүнәлешенең 8 саҡрымынан ашыуы, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының 5 саҡрымы, Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлының 5 саҡрымы, Өфө – Инйәр – Белорет юлының 4 саҡрымы һәм башҡа юлдар тәртипкә килтерелгән.

– Юлсылар район үҙәктәрен Өфө менән бәйләгән, мөһим туристик урындарҙы, транспорт бәйләнештәрен һәм федераль трассаларға инеүҙе тәьмин иткән эре сәнәғәт предприятиеларын тоташтырған трассаларҙа эш алып барҙы. Шулай уҡ ҙур булмаған ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт менән файҙаланыуҙы яҡшыртыусы юлдар йүнәтелде, – тип уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 400 км самаһы юлды һәм 1500 погон метр күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас