Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль , 07:00

ИТ-белгестәр торлаҡлы була

Былтыр ИТ-ипотека буйынса льготалы кредиттар суммаһы 2 миллиард һумдан ашҡан. 

ИТ-белгестәр торлаҡлы була
ИТ-белгестәр торлаҡлы була

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда ИТ-ипотека буйынса 2 094 миллион һумлыҡ 292 льготалы кредит бирелгән. Льготалы кредитлау программаһы ғәмәлдә булған осорҙа бөтәһе 1739 ипотека бирелгән. ИТ-секторға ярҙам итеү — “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства” ) төп маҡсаттарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында.

– ИТ-компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн льготалы ипотека механизмы – ул белгестәргә генә түгел, тотош төбәк иҡтисадына ла ярҙам. Льготалы кредитлау йәш кешеләрҙе һанлы технологиялар өлкәһенә йәлеп итергә һәм торлаҡ төҙөлөшө темптарын һаҡларға мөмкинлек бирә. Программа ғәмәлгә ингәндән алып бөтәһе 12 миллиард һумдан ашыу кредит бирелгән, — тип хәбәр итте Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Рәсәй профилле министрлығы аккредитациялаған һәм һалым ташламаларын ҡулланған ИТ-компанияларҙың хеҙмәткәрҙәре ипотеканы льготалы ставка буйынса рәсмиләштерә ала. ИТ ипотекаһын баҙар йәки башҡа льготалы ставка буйынса кредит менән берләштерергә рөхсәт ителә. Был осраҡта займдың максималь күләме 18 миллион һумға тиклем арта. Льгота алыу өсөн компания аккредитацияланырға, һалым өҫтөнлөктәренән файҙаланырға һәм һалым серен тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе асырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас