Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль , 11:30

Компаниялар бизнес-миссияла ҡатнаша

Ҡаҙағстан баҙарына сығыу юлдары асыла  

Компаниялар бизнес-миссияла ҡатнаша
Компаниялар бизнес-миссияла ҡатнаша

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”  милли проектына ярашлы, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр  һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы күп тармаҡлы бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн компанияларҙы һайлау башланыуы тураһында иғлан итә. Ул Ҡаҙағстан Республикаһының Астана ҡалаһында 23-27 февралдә үткәрелә, тип хәбәр итә министрлыҡ.

Был бизнес-миссияның маҡсаты сауҙа-иҡтисади бәйләнеште әүҙемләштереү, Башҡортостан предприятиеларына Ҡаҙағстан баҙарына сығыуға ярҙам итеү, эшлекле партнерҙар араһында тура бәйләнештәрҙе көйләү.

–Экспортерҙар өсөн үҙҙәренең продукцияһын күрһәтеү, һорауҙы өйрәнеү, ышаныслы партнерҙар табыу өсөн был уникаль мөмкинселек. Беҙ аныҡ һөҙөмтәгә маҡсатланғанбыҙ - сеймал булмаған экспортты арттырыу, Ҡаҙағстан компаниялары менән оҙайлы кооперация бәйләнештәрен булдырыу, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ҡатнашыусылар өсөн тығыҙ эшлекле программа әҙерләнгән.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас