

2025 йылда төбәк халҡы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хеҙмәттәре порталы менән йышыраҡ файҙалана башлаған. Порталға 674 мең тапҡыр ингәндәр, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 21,5 процентҡа күберәк. Дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») төп маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығында.
- Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы республика халҡы араһында үҙенең популярлығы буйынса федераль кимәлдән ҡалышмай. Көн һайын сайтҡа уртаса 2 мең самаһы ҡулланыусы инә. Граждандарға һәм бизнесҡа уңайлы булһын өсөн электрон дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Ғаиләләргә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм балаларға социаль ярҙам саралары өлкәһендәге, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге сервистар республика халҡы араһында ҙур һорау менән файҙалана. Порталда бөтәһе 222 электрон хеҙмәт төрө урынлаштырылған.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт хеҙмәттәре – республика порталы. Төбәк үҙенсәлегенә эйә булған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең булыуы электрон ресурстың үҙенсәлеге булып тора.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: it.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!