Милли проекттар
5 Февраль , 02:00

Урман һаҡсылары арта

Башҡортостанда тағы 30 кеше “Урман янғындарын һүндереү” программаһы буйынса әҙерлек үтте. 

Урман һаҡсылары артаУрман һаҡсылары арта
Урман һаҡсылары арта

Башҡортостанда урмандарҙа алдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек дауам итә. Был “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының төп йүнәлеше, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Мәҫәлән, “Урман янғындарын һүндереү” программаһында ҡатнашыусы тағы 30 кеше квалификацияһын күтәреү тураһында таныҡлыҡ алды. Шулай итеп, республикала 400-гә яҡын профессионал урмандарҙағы янғындарҙы һүндереү буйынса эште тиҙ арала ойошторорға әҙер.

Уҡытыуҙы Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе, “Урман ҡарауылсыһы урман һағында — яңы мөмкинлектәр” проекты сиктәрендә Өфө урман-техник техникумы уҡытыусылары үткәрҙе. Программа 12 ғинуарҙа старт ала һәм дистанцияла өйрәнгән теорияны техникум базаһындағы күнекмәләрҙә практик эшкәртеү менән берләштерелә.

– Тыңлаусылар составы урмандарҙы һаҡлауға комплекслы ҡарашты һыҙыҡ өҫтөнә ала: уҡыуҙы урман хужалығының штатлы хеҙмәткәрҙәре лә, ирекмәндәр ҙә — ауыл биләмәләре башлыҡтары, махсус техника водителдәре һәм янғын һүндереүселәр ҙә үтте. Тап ошондай төрлө яҡлы әҙерлек эштең яйға һалыныуын гарантиялай һәм урман фондына зыянды кәметеп, янғын сығанаҡтарын иртә стадияла бөтөрөргә мөмкинлек бирә, — тип хәбәр итте Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас