Милли проекттар
6 Февраль , 07:00

Ермолаевкала бассейн асылды

Спорт менән шөғөлләнеүгә инфраструктура булдырыу – “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы бурыстарының береһе.

Ермолаевкала бассейн асылдыЕрмолаевкала бассейн асылды
Ермолаевкала бассейн асылды

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында 25 метрлыҡ яңы «Сокол» бассейны файҙаланыуға тапшырылды. Спорт менән шөғөлләнеүгә инфраструктура булдырыу – “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (государственная программа “Спорт России”) бурыстарының береһе, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Объекттың дөйөм майҙаны 1,5 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Дүрт юлда сәғәтенә 40 кеше йөҙә ала. Бассейнда вестибюль, гардероб, өҫтө алмаштырыу, инструкторҙар өсөн бүлмәләр, һыу анализы лабораторияһы, табип һәм дежур шәфҡәт туташы кабинеты, ял итеү урыны бар.

Спорт учреждениеһына хеҙмәткәрҙәр һайлап алынған, спорт әҙерлеге төркөмө өсөн күнекмәләр планы төҙөлгән һәм сәләмәт йәшәү рәүешен яратыусылар өсөн йөҙөү ваҡыттары билдәләгән.

- Район өсөн был күптән көтөлгән объект, халыҡ уны түҙемһеҙләнеп көттө. Яңы бассейн йәш йөҙөүселәр, уҡыусылар, спорт һөйөүселәр һәм балалы ғаиләләрҙе йәлеп итеп торған үҙәккә әйләнер, тип ышанам, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән яңы бассейн “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла. 

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас