Милли проекттар
8 Февраль , 03:30

Красный Ключ ауылында спорт майҙансығы төҙөкләнә

Был эштәр милли проект сиктәрендә башҡарыла.

Красный Ключ ауылында спорт майҙансығы төҙөкләнәКрасный Ключ ауылында спорт майҙансығы төҙөкләнә
Красный Ключ ауылында спорт майҙансығы төҙөкләнә

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты буйынса 2026 йылда Нуриман районының Красный Ключ ауылында спорт биләмәһен яңыртыу ниәтләнә, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.

Был проекттың төп маҡсаты – заманса универсаль спорт майҙансығын булдырыу.

Проект тарафынан спорт тренажерҙарын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡуйыу, йүгереү өсөн япмалар һалыу, яҡтылыҡ менән тәьмин итеү ҡаралған. Был башланғыстың төп маҡсаты – физик культураны үҫтереүгә, ауылда уңайлы спорт инфраструктураһын булдырыуға йүнәлтелгән. Яңы майҙансыҡ унда йәшәүселәргә спорт менән шөғөлләнеүгә яңы мөмкинлектәр аса.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас