

Иглин ауылында сменаһына 600 кешене ҡабул итерлек поликлиниканы төҙөү башлана. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле мөмкин була, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.
Эште быйыл тәүге ярты йыллыҡта башларға уйлайҙар. Медицина ойошмаһы структураһында алтышар терапия һәм педиатрия участкалары, стоматология, функциональ диагностикалау бүлексәләре һәм рентгенодиагностик комплекс була.
Белеүебеҙсә, былтыр, милли проект бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Асҡын үҙәк район поликлиникаһы асылды, ә ғинуарҙа Яңауыл үҙәк район дауаханаһы эш башланы.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелеген тәьмин итеүҙә яңы күрһәткестәргә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон – 78, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем оҙайтыу көтөлә. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли өйрәнеү үҙәктәре селтәрҙәре киңәйтелә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу эше бара. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙары буйынса тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!