Милли проекттар
11 Февраль , 03:30

Хәҙер кәрәкле урынға тиҙерәк барып етәсәктәр

 Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте  

Хәҙер кәрәкле урынға тиҙерәк барып етәсәктәрХәҙер кәрәкле урынға тиҙерәк барып етәсәктәр
Хәҙер кәрәкле урынға тиҙерәк барып етәсәктәр

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”)  бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Өфө ҡалаһындағы 6-сы балалар поликлиникаһының автомобилдәр паркына автомобиль бирелгән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ташыуға тип иҫәпләнгән автомобиль медицина транспорты тармағындағы технологик прогресс өлгөһө булып тора. Ул бормалы һәм күсмәле, аҙ хәрәкәт иткән кешеләрҙе ташыуҙа уңайлы. Салонда дүрт кеше йөрөй ала.

- Был – беҙҙең мөмкинлектәрҙе арттырыу ул. Хәҙер беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән табиптар һәм фельдшерҙар, пациенттарға тиҙерәк барып етә ала. Пациенттар ҙа үҙ сиратында үҙҙәрен хәүефһеҙ тоя аласаҡ. Был бигерәк тә айырыуса иғтибар талап иткәндәр өсөн мөһим. Автомобиль эшебеҙҙә алмаштырғыһыҙ буласаҡ, - тип белдерҙе поликлиниканың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Палтусова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелеген тәьмин итеүҙә яңы күрһәткестәргә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон – 78, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем оҙайтыу көтөлә. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли өйрәнеү үҙәктәре селтәрҙәре киңәйтелә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу эше бара. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙары буйынса тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас