

14 февралдә Башҡортостандағы барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа 44-се Бөтә Рәсәй “Рәсәй саңғы юлы-2026” күмәк кеше ҡатнашҡан саңғы ярыштары уҙғарыла. Бындай сараларҙы үткәреү “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (государственная программа “Спорт России”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Быйыл ҙур спорт байрамының үҙәк майҙансығы Салауат ҡалаһында була. Сара Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала пляжы урамы, 1 адресы буйынса үтәсәк. Ярыштарға старт 12 сәғәттә бирелә. Әйткәндәй, Салауатта балалар уйындары майҙансығы һәм ғаиләләр өсөн майҙансыҡтар була. Ярыштарҙан һуң спорт һөйөүселәрҙе ялан кухняһында ашатасаҡтар.
Тәжрибәле саңғысымы , мәктәп уҡыусыһымы йәки спорт ветеранымы һин,быныһы һис кенә лә мөһим түгел. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлеү һәм башланғыс майҙансығын һайларға ғына кәрәк буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан алып тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Спорт министрлығы; фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.