Милли проекттар
12 Февраль , 02:30

Михайловка ауылында скверҙы төҙөкләндереү дауам итә

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу. 

Михайловка ауылында скверҙы төҙөкләндереү дауам итәМихайловка ауылында скверҙы төҙөкләндереү дауам итә
Михайловка ауылында скверҙы төҙөкләндереү дауам итә

Өфө районының Михайловка ауылында Ленин урамындағы скверҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын (национальный проект «Инфраструктура для жизни») тормошҡа ашырыу барышында дауам итәсәк. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Йыл дауамында биләмәлә асфальт-бетон япма, декоратив плитканан тротуар һалыу, урам тренажерҙары һәм хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу, яҡтыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ скверҙа видеокүҙәтеү камералары, сәхнә, йәрминкә киосктары, эскәмйәләр, урналар, парк вазондары ҡуйыласаҡ һәм велосипед парковкалары йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, территорияға шыршылар ултыртасаҡтар һәм сәскә түтәлдәре эшләйәсәктәр. Һөҙөмтәлә сквер ауыл халҡының спорт һәм мәҙәни ялы өсөн уңайлы урын буласаҡ.

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Фото: vk.com/public173938414 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас