Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль , 19:30

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһын

Ҡорамал гинекологияла диагностика һәм хирургия процедураларын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһын
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәләмәт булһын

Яңауыл ҡала дауаханаһына,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы кольпоскоп алынды.

Ҡорамал гинекологияла диагностика һәм хирургия процедураларын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул светодиодлы яҡтыртҡыс менән тәьмин ителгән, аппарат тауышһыҙ эшләй.

– “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу беҙгә ҡорамалдарҙы яңыртыу менән бергә профилактик тикшереүҙәрҙең  һәм диспансерлаштырыуҙың мөһимлеген аңлатырға мөмкинлек бирә. Сәләмәтлекте даими тикшереү –  һәр кемдең оҙайлы һәм әүҙем тормош нигеҙе, – тине Яңауыл дауаханаһының баш табибы Илгиз Хәтипов.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас