Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль , 14:30

Төбәк программаһына яңы предприятие ҡушылды

Башҡортостандан ситкә китмәй генә  эшләүгә мөмкинлектәр асыла

Төбәк программаһына яңы предприятие ҡушылды
Төбәк программаһына яңы предприятие ҡушылды

Алдынғы машиналалар эшләү предприятиеһы, “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендәге (национальный проект “Кадры”) 2024 йылдан Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Башҡортостан вахтаһы” тигән төбәк программаһында ҡатнаша. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Был проектҡа ярашлы, төбәктең ҙур предприятиеларында вахта ысулы менән эште ойоштороу ҡаралған. Әйтергә кәрәк, ике йыл ваҡыт эсендә ғаиләләренән йыраҡ китмәй генә, хеҙмәт хаҡын юғалтмай яҡынса 700 белгес эшле булған.

–Маҡсат ябай һәм мөһим. Төрлө сәбәптәр арҡаһында эш эҙләп башҡа төбәктәргә китергә мәжбүр булған кешеләргә мөмкинлек биреү, Башҡортостанда лайыҡлы эш табырға ярҙам итеү. Был проект бөгөн яңы кимәлгә сыға, әйҙәүсе эш береүселәр исемлеген киңәйтә. Уларға ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы Бәләбәйҙең “БелЗАН”ы ҡушылды. Ул белгестәргә вахта ысулын да, төп эш урынын да тәҡдим итергә әҙер. Компанияла уртаса эш хаҡы яҡынса 100 мең һум, –ти Башҡортостандың Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.  

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас