Милли проекттар
17 Февраль , 07:30

Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы төҙөкләнгән

Байтаҡ ауылдар араһында юл торошо яҡшырған

Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы төҙөкләнгәнБүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы төҙөкләнгән
Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы төҙөкләнгән

2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө араһында 30 километрҙан ашыу юл ремонтланған, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.

Бүздәк, Благовар һәм Саҡмағош райондарында 11 участка яҡшы торошҡа китерелгән. Подрядсы ойошмалар юлдың нигеҙен нығытҡан, асфальт япмаһын яңыртҡан, ситтәрен көсәйткән, разметка эшләгән.

–Бүздәк-Саҡмағош –Дүртөйлө юлы әһәмиәтле юл селтәренә инә. Ул Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарының күп ауылдарын М-5 “Урал”, Р-240 “Өфө –Ырымбур”, М-12 “Восток” федераль трассалары менән бәйләй. Тәүлек трафигы бында 3,6 мең автомобилгә етә. Шуға ла был юлды ремонтлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөһим ине, - ти Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас