Милли проекттар
17 Февраль , 03:30

Стәрлетамаҡтың туристик коды булдырылған

Милли проект ҡаланың тарихи үҙәген төҙөкләндерергә, заманса инфраструктура булдырырға мөмкинлек биргән

Стәрлетамаҡтың туристик коды булдырылғанСтәрлетамаҡтың туристик коды булдырылған
Стәрлетамаҡтың туристик коды булдырылған

Былтыр «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) сараларына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙәгенең туристик коды булдырылды. Был башланғыс ҡаланың тарихи үҙәген төҙөкләндерергә һәм заманса туристик инфраструктура булдырырға мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

– Стәрлетамаҡ үҙәгенең туристик кодын булдырыу – туризмды үҫтереүҙә һәм тарихи мираҫты һаҡлауҙа мөһим аҙым. Тормошҡа ашырылған саралар ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү көсөн арттырып ҡына ҡалмай, ә әүҙем ял итеү һәм саралар үткәреү өсөн заманса шарттарҙы ла тәьмин итә, — тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

«Стәрлетамаҡ – креатив ҡала» проектына 100,5 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Финанс ярҙамы күп сараларҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән: заманса туристик-мәғлүмәт үҙәге булдырылған, маршрут стелалары, мәғлүмәт стендтары һәм алтаҡталар, директив күрһәткестәр һәм насар күреүселәр өсөн Брайль шрифты менән эшләнгән тактиль карталар, арт-объекттар ҡуйылған.

Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас