Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль , 21:40

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәш белгестәр ярышты

Финалда йәш ҡатнашыусылар атмосфераның бысраныу дәрәжәһен баһаланы. Улар һауалағы углекислы газдың процент күләмен иҫәпләп сығарҙы, тикшеренеү ҡорамалдары менән эшләү күнекмәләрен күрһәтте. 

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәш белгестәр ярышты
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәш белгестәр ярышты

Башҡортостанда «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» компетенцияһы буйынса «Юниорҙар» һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төбәк этабы тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Ярыштар «Экология именлеге» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») булышлығында ойошторолдо.

Финалда йәш ҡатнашыусылар атмосфераның бысраныу дәрәжәһен баһаланы. Улар һауалағы углекислы газдың процент күләмен иҫәпләп сығарҙы, тикшеренеү ҡорамалдары менән эшләү күнекмәләрен күрһәтте. Бәйгеселәргә профессионалдар командаһы баһа бирҙе. Балдарҙы иҫәпләү тамамланғас, сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте.

Иң яҡшы ҡатнашыусылар чемпионаттың төбәк этабын ябыу тантанаһында бүләкләнәсәк. Был сара 10 мартта үтә.

«Экологик именлек» милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас