

Ишембай яҡтарында эш сәфәрендә йөрөгәндә Ҡанаҡай ауылының мәҙәниәт йортона ла кереп сыҡтыҡ. Бында ла махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса эш гөрләп тора. Бер нисә ағас станок ҡорғандар ҙа маскировка селтәрҙәре үрәләр.
Был эшкә былтыр ғинуар айында тотонғандар. Хәҙер 200-ҙән ашыу маскировка селтәре үреп, һалдаттарға оҙатҡандар. Был эште ойоштороусы Фәүриә Дәүләтова ауылдаштарының берҙәмлеге өсөн рәхмәтле булыуын белдерҙе.
–Эште башлағанда уҡ 15-20 кеше йөрөй башланы. Саҡырыуҙы көтөп торғандары шунда уҡ тойолдо, шуға ла эш дәррәү китте. 30 градус һалҡында ла, 30 градус эҫелә лә клубта эш туҡталғаны юҡ. Аяҡтар һыҙлай тип тормай, оло йәштәгеләр ҙә килә. Шәмбе көнө генә булмайбыҙ. Материал алғанда ла ауылдаштар ситтә ҡалмай, аҡса менән ярҙам итәләр. Беҙ үргән селтәрҙәр бер генә һалдат ғүмерен һаҡлап ҡалһа ла, ҙур файҙа. Маскировка селтәрҙәрен ялға ҡайтҡан егеттәр ҙә алып китә, ирекмәндәргә лә биреп ебәрәбеҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы бер теләк берләштерә – тиҙерәк еңеү килһен, – тип һөйләне ул.
Ҡанаҡайҙар хәрби частән Рәхмәт хаты ла алғандар. Ялға ҡайтҡан егеттәр менән клубта осрашыуҙар үткәреү ҙә һалдаттарға ауылдаштарының терәген тойорға булышлыҡ итә, рухи көс өҫтәй.
Ҡанаҡайҙар чатта “Егеттәргә ярҙам” тигән төркөм булдырған. Яугирҙәргә ярҙам ойошторғанда мәғлүмәттәр шунда яҙыла, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Кейем-һалымды, күстәнәстәрҙе халыҡ һалдаттарҙан йәлләмәй. 85 йәштәге ағинәйҙең йөн ойоҡбаштар бәйләп килтереүе, бауырһаҡ, күмәстәр бешереп һалдаттарға биреп ебәреүе тураһында һоҡланып та, ғорурланып та һөйләнеләр.
Клубҡа йыйылып маскировка селтәрен үрергә йөрөүсе гүзәл -заттар бер ғаилә һымаҡ булып бөткән. Бергәләп эшләйҙәр, өйҙәренән тәмлекәстәр бешереп алып килеп, сәй ҙә эсеп алалар. Бында йөрөүсе апайҙарҙың күбеһе ураҙа тота. Ифтарҙарҙы ла бергәләп уҙғаралар.
“Беҙ ебәргән әйберҙәр һалдаттарҙың күңелен йылытһын, тыуған яҡ сәләме булып барып етһен”, – ти улар.
Халыҡ бергә тупланһа, көс арта. Барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы бергә еңергә мөмкин.
–Донъялар тынысланып, ир-егеттәр яуҙан иҫән-имен ҡайтҡас, бөтә ауыл менән ҙур байрам үткәрергә ниәтләйбеҙ, – тигән ҡанайҡайҙарҙың изге ниәттәре тураһында ла һөйләне ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гүзәл Янбаева.
Автор фотоһы.