Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Февраль , 06:30

Рәсәйҙәр Дәүләт хеҙмәттәрендәге “Тормош хәлдәре” сервисын әүҙем ҡуллана

«Юғары уҡыу йортона инеү» хеҙмәтен 10,1 миллион кеше ҡараған

Рәсәйҙәр Дәүләт хеҙмәттәрендәге “Тормош хәлдәре” сервисын әүҙем ҡуллана
Рәсәйҙәр Дәүләт хеҙмәттәрендәге “Тормош хәлдәре” сервисын әүҙем ҡуллана

«Юғары уҡыу йортона инеү» хеҙмәтенә иң ҙур ихтыяж күҙәтелгән: уны 10,1 миллион кеше ҡараған, тип хәбәр итә «Милли өҫтөнлөктәр» агентлығы. Дәүләт сервистарын һанлаштырыу «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреүе” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) өҫтөнлөклө йүнәлештәренә инә.

Икенсе урында – “Һалым ҡайтармаһын алыу” хеҙмәте, уның менән 6,8 миллиондан артыҡ кеше файҙаланған.

Топ-5-кә шулай уҡ “Селтәрҙә мутлашыусыларҙан һаҡланыу” (3,5 млн), “Йәш етеү буйынса пенсияға сығыу” (5,8 млн) һәм “Күп балалы ғаилә” бүлектәре ингән.

Тормош хәлдәре каталогы эшләй башлағандан алып уға 70 миллион тапҡырҙан артыҡ мөрәжәғәт иткәндәр. 2025 йылда ғына айырым хеҙмәттәр күрһәтеүҙән комплекслыға күсеү арҡаһында хеҙмәт менән файҙаланыуҙы алыу ваҡыты уртаса 31 көнгә кәмегән. Мөрәжәғәт итеү өсөн кәрәкле документтар һаны 17-гә әҙәйеп, өсәүгә ҡалған.

(Иллюстрация сифатында – яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән һүрәт)

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас