

Башҡортостан предприятиелары 5,6 мең тонна сөгөлдөр һығындыһын экспортҡа оҙатҡан.
2026 йыл башынан алып Башҡортостандан бөртөклө сөгөлдөр һығындыһын экспортлау 5,6 мең тоннанан ашҡан, ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты маҡсаттарына тап килә. Был хаҡта төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.
Өҫтәмә мал аҙығы Үҙбәкстанға, Ҡытайға, Тажикстанға һәм Үзбәкстанға оҙатылған. 1,9 мең тонна күләмендәге һуңғы партияларҙың береһе Ҡытайға ебәрелгән. Продукцияны Шишмә районының сөгөлдөр эшкәртеү предприятиеһында әҙерләгәндәр.
76 тимер юл вагоны тейәлгән сөгөлдөр һығындыһы лаборатор экспертиза үткән, тип билдәләнә. Һайлап алынған өлгөләр экспортер талаптарына тап килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2025 йылда республиканан агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау 2024 йылғы кимәлгә ҡарата 3 процентҡа артҡан һәм 359 миллион доллар самаһы тәшкил иткән. Тейәп оҙатыуҙың 66 проценттан ашыуы май тармағы продукцияһына тура килгән.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына туранан-тура ярҙам системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫлыҡ баҙарҙарына йүнәлеш алыу өсөн ҡоралдар индереүҙе күҙ уңында тота.
Милли проекттың төп бурыстары - һөҙөмтәле эшләүсе механизмдарҙы оптималләштереү һәм Рәсәй бизнесы тарафынан талап ителгән импортер илдәрҙә инфраструктура булдырыу буйынса эште көсәйтеү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!