2025 йылда Күмертау ҡалаһының тимер юл станцияһында вокзал яны майҙанын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған. Биләмәне төҙөкләндереү “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Был реконструкция объекты онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡаланың өс меңдән ашыу кешеһе тауыш бирә. Төҙөкләндереү барышында юлдарға һәм тротуарҙарға яңы асфальт түшәлгән, бордюрҙар ҡуйылған, газондар менән йәшел зоналар булдырылған, юл билдәләре ҡуйылған, тамғалар һәм боллардтар һыҙылған, заманса эскәмйәләр, урналар, йыһазландырылған контейнер майҙансығы һәм яңы туҡталыш павильоны барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ “Мин Күмертауҙы яратам” яҡтылыҡ композицияһы һәм “Завитки” архитектура яҡтылыҡ таяуҙары ҡуйылған.
Хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бирелә. Территория тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тулыһынса яҡтыртыла, видеокүҙәтеү алып барыла, уңайлы йәйәүлеләр зонаһы булдырылған һәм транспорт хәрәкәте ҡулайлаштырылған. Вокзал комплексын аҙ хәрәкәтсән пассажирҙар өсөн яраҡлаштырыу программаһы буйынса беренсе платформала махсус плитка ла һалынасаҡ.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.