Милли проекттар
27 Февраль , 04:25

Ололарға ла, балаларға ла уңайлы буласаҡ

Бөрйән районының ике тораҡ пунктында киңлектәр яңыртыла.

Ололарға ла, балаларға ла уңайлы буласаҡОлоларға ла, балаларға ла уңайлы буласаҡ
Ололарға ла, балаларға ла уңайлы буласаҡ

“Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”)  милли проекты буйынса Бөрйән районының ике тораҡ пунктында йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндереләсәк. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Мәҫәлән, Иҫке Собханғол ауылында ял итеү өсөн зоналар булдырыла, резина япмалы балалар майҙансығы, саралар үткәреү өсөн сәхнә ҡуйыла, яҡтыртыу үткәрелә һәм видеокүҙәтеү ҡорола.

Ә Байназар ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы йыһазландырыласаҡ, каруселдәр һәм ҡом менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ унда яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ һәм ҡоймалар монтажланасаҡ.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Улар - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, күсмә составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!



Автор:Карима Усманова
Читайте нас