

Яңауыл район дауаханаһына яңы ҡорамал килтерҙеләр. Диоптриметрҙы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу менән бәйле һатып алыу мөмкин булды.
Был прибор табиптарға күҙлекте һәм контакт линзаларҙы дөрөҫөрәк һайларға булышлыҡ итә. Шуныһы үҙенсәлекле: диоптриметр мәғлүмәттәрҙе һанлы форматта ла биреү мөмкинлегенә эйә.
– Был прибор яңы технологиялар нигеҙендә эшләй. Өҫтәүенә ул офтальмологтар эшен күпкә еңеләйтә һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын арттыра, - тип хәбәр итте Яңауыл үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Хатипов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте; фотог: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.