Быйыл кәмендә туғыҙ күпер нормативҡа килтереләсәк

Бөтә күперҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1700 погон метр тәшкил итә.

Быйыл кәмендә туғыҙ күпер нормативҡа килтереләсәкБыйыл кәмендә туғыҙ күпер нормативҡа килтереләсәк
Быйыл кәмендә туғыҙ күпер нормативҡа килтереләсәк

Башҡортостанда 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә туғыҙ күперҙе норматив хәлгә килтерә башланылар, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан. Юлсылар уларҙы ремонтлауҙы һәм реконструкциялауҙы 2026 йылда тамамларға ниәтләй.

Уларҙың иң ҙурҙары: Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһы аша 745 погон метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы Дүртөйлө — Нефтекама юлында күпер, Әй йылғаһы аша Кропачево — Мәсәғүт — Әчит юлында 300 погон метр оҙонлоҡтағы күпер һәм башҡалар. Бөтә күперҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1700 погон метр тәшкил итәсәк.

“Был яһалма ҡоролмалар алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә, федераль трассаларға барып етергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн мөһим. Шуға күрә республика халҡы һәм ҡунаҡтары хәүефһеҙ һәм уңайлы хәрәкәт итә алһын өсөн уларҙы яҡшы хәлдә тотоу зарур”, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Уңайлы һауа торошо башланғас, эштәр дауам итәсәк. Уларҙы 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас