Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март , 14:00

Башҡортостан эшҡыуарҙары ике айҙа 100-ҙән ашыу бизнес-идея тәҡдим иткән

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сервисы бизнес вәкилдәренә дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультация алырға, уңайлы ер участкалары һәм биналар һайларға, шулай уҡ килеп тыуған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә. 

Башҡортостан эшҡыуарҙары ике айҙа 100-ҙән ашыу бизнес-идея тәҡдим иткән
Башҡортостан эшҡыуарҙары ике айҙа 100-ҙән ашыу бизнес-идея тәҡдим иткән

2026 йылдың тәүге ике айында эшҡыуарҙар Башҡортостандың Инвестиция порталының «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сервисы ярҙамында 103 ғариза ебәргән. Эшҡыуарҙар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проектын (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлеше булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында.

– Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып эшҡыуарҙарҙың бизнес-шәрифтар менән осрашыу сервисын асты. Был үҙенсәлекле хеҙмәт бизнесты үҫтереү һәм ярҙам сараларын алыу буйынса идеялар менән дәүләткә туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Хеҙмәттең популярлығы арта. Мәҫәлән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ғаризалар һаны 7 процентҡа артҡан, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сервисы бизнес вәкилдәренә дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультация алырға, уңайлы ер участкалары һәм биналар һайларға, шулай уҡ килеп тыуған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә.

Заявкаларҙың күпселек өлөшө (63 проценты) инвестициялар һәм бизнесты үҫтереү менән бәйле мәсьәләләр буйынса килә.

Эшҡыуарҙар бизнес-шәрифтарға мөрәжәғәт иткән иң популяр эшмәкәрлек өлкәләре – «Ауыл хужалығы», «Сауҙа» һәм «Сәнәғәт». 

Фото: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас