

2025 йылда Белорет туризм үҙәген булдырыу буйынса еңеүсе ҡалалар исемлегенә инде. Субсидия “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и гостеприимство) йүнәлтелә. Шул иҫәптән, федераль ҡаҙнанан 25 миллион һум, Башҡортостан ҡаҙнаһынан 0,5 миллион һум, урындағы ҡаҙнанан 0,2 миллион һум йәлеп ителә. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.
-Был проектты тормошҡа ашырыу Белорет ҡалаһының туризм үҫешен яҡшыртырға, туристар ағымын күбәйтергә булышлыҡ итә. Бынан тыш, яңыртылған йәмәғәт киңлеге ял өсөн уңайлы шарттар булдыра, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещигина.
Дәүләт ярҙамы менән Ленин исемендәге скверҙа арт-объекттар барлыҡҡа килде, улар Белорет районының металлургтарының тарихын сағылдыра.
Шулай уҡ “Дуҫлыҡ” скверы, “Металлургтар” майҙаны, “Офоҡ артына атла” паркы ла яңы төҫ алды, туризм-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа килде.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.