Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март , 05:30

Чемпионтатта ҡатнашыуға ғаризалар туплана

Йәштәр өсөн мөмкинлектәр киң.  

Чемпионтатта ҡатнашыуға ғаризалар туплана
Чемпионтатта ҡатнашыуға ғаризалар туплана

Рәсәйҙә ижади компетенцияларҙың  “ArtMasters” 7-се милли асыҡ чемпионатында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы.

Ярыштың Күҙәтеү советы ағзалары ярыштың төп йүнәлештәрен тикшерҙе, шулай уҡ 2025 йылда уны уҙғарыуҙың һөҙөмтәләре барланды.

–“ArtMasters”-ҙың төп һөҙөмтәһе – ҡатнашыусыларҙың яҙмышына проекттың аныҡ йоғонтоһо. Күптән түгел беҙ фекер алыу ойошторҙоҡ. Ул күрһәтеүенсә, 95 процент финалсылар идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн ресурстар алып, үҙҙәренең һөнәри статусын күтәргән. Һәр өсөнсө ҡатнашыусы креатив секторҙың әйҙәүсе компанияларына эшкә урынлашҡан. Коммерция компанияларынан тыш, йәштәргә мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ла ярҙам итә, – ти Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко.

Күҙәтеү советы чемпионатты мәғариф системаһы менән тәрән интеграциялауға йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул итте.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”)  йәштәрҙең һәләтен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас