

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Диана Андрианова “Йәшел зачет” бөтә Рәсәй экологик грамоталылыҡ конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Сара “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына ярашлы уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Конкурстың финалы 26 февралдә Мәскәүҙә үтә. Рәсәйҙең 64 төбәгенән 1121 ҡатнашыусы иң яҡшылар исеме өсөн көрәшә. Диана география, биология, химия, физика һәм геофизика буйынса олимпия заданиеларын уңышлы үтәй, илдең экологияһын иң көслө утыҙ белгесе иҫәбенә инә.
Хәҙер Диана Андрианова тураһында мәғлүмәт һәләтле уҡыусылар тураһында дәүләт мәғлүмәт ресурсына индереләсәк. Был статус уның алдында яңы мөмкинлектәр аса: Сириус университеты проекттарында стажировканан алып илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл алыуға тиклем һәм Рәсәй Президенты стипендиялары һәм гранттарын тәғәйенләгәндә өҫтөнлөктәр.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан" ДТРК-һы.