Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Март , 10:30

Тере Танып йылғаһы аша күперҙе йүнәтәләр

Борай районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Өфө — Бөрө — Яңауыл юлында Тере Танып йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.

Тере Танып йылғаһы аша күперҙе йүнәтәләр
Тере Танып йылғаһы аша күперҙе йүнәтәләр

Борай районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Өфө — Бөрө — Яңауыл юлында Тере Танып йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.

Уның оҙонлоғо 110 погон метрҙан ашыу тәшкил итә. Күпер төҙөүселәр биш терәк – ике яр һәм өс аралыҡ терәк ҡоролмаһын, аралыҡ төҙөлөшө балкаларын монтажлауҙы тамамлай һәм балкалар араһындағы ямалған урындарҙы арматуралау һәм бушлыҡтарҙы тултырыуға тотона.

 – Тере Танып йылғаһы аша күпер республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүселәр өсөн мөһим роль уйнай. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тиклем иң ҡыҫҡа юлды тәьмин итә. Ҡоролма авария хәлендә ине, шуға күрә 2025 йылда уны реконструкциялау башланды. Эштәр график буйынса бара, – тип һөйләне Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Реконструкция ваҡытында йөрөү ваҡытлыса урау юл буйлап үтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 1900 погон метрҙан ашыу булған 15 күперҙе яҡшы хәлгә килтерергә планлаштыралар.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас