11 мартта Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса төбәк-ара күнекмәләр башлана. Уларҙы үткәреү “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығында.
Ейәнсура урмансылығында төбәк хеҙмәттәре Ырымбур өлкәһенән коллегалары менән берлектә ҡатмарлы урман янғынын локализациялау сценарийын эшләйәсәк, шул иҫәптән уның административ сиктәр аша үтеү осрағындағы ғәмәлдәрҙе лә. Март дауамында республиканың башҡа райондарында ла ошондай уҡ күнекмәләр үтәсәк. Мәҫәлән, улар Әүжән, Асҡын, Дыуан һәм Маҡар урмансылыҡтары биләмәләрендә үтәсәк. Шулай уҡ бөтә профилле хеҙмәттәр һәм ведомстволар вәкилдәре менән эш кәңәшмәләре ойоштороласаҡ.
"Даими күнекмәләр, уларҙы камиллаштырыу һәм һөҙөмтәле төбәк-ара хеҙмәттәшлек аша ғына урман фондын һәм республика тораҡ пункттарын уттан максималь яҡлауҙы тәьмин итә алабыҙ. Бындай уҡыуҙар – беҙҙең хәүефһеҙлек стратегияһының төп элементы, ул һәр аҙымды тикшерергә һәм реаль шарттарҙа эш итеүҙең көйлө булыуын гарантиялай”, – тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.