Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Март , 09:30

Яңауыл дауаханаһына - яңы аппарат

Яңы ҡорамал терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарынан алып нервы системаһы боҙолоуына тиклем төрлө патологиялар менән һөҙөмтәле эшләргә мөмкинлек бирә.

Яңауыл дауаханаһына - яңы аппарат
Яңауыл дауаханаһына - яңы аппарат

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”)  милли проекты буйынса Башҡортостан Республикаһының Яңауыл үҙәк район дауаханаһына юғары интенсив магнитотерапия системаһы килде, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы ҡорамал терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарынан алып нервы системаһы боҙолоуына тиклем төрлө патологиялар менән һөҙөмтәле эшләргә мөмкинлек бирә. Юғары көсөргәнешле электромагнит ҡыры туҡымаларҙы ныҡ дәртләндерә, был регенерация процестарын әүҙемләштерә, микроциркуляцияны яҡшырта, мускул көсөргәнешен бөтөрә һәм ауыртыу синдромын кәметә.

«Юғары интенсив магнит терапияһы инсульттан һуң реабилитациялауҙа, быуындар һәм умыртҡа бағанаһы ауырыуҙарынан, неврологик боҙолоуҙарҙан һуң һәм спорт медицинаһында ҡулланыла. Юғары ҡеүәтлелек һәм үтеп инеү тәрәнлеге арҡаһында магнит ҡыры, пациенттың аяҡҡа баҫыуын тиҙләтеп һәм уның йәшәү сифатын арттырып, башҡа методикаларға инмәҫлек структураға йоғонто яһай», - тип билдәләне Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Хәтипов.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты - граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас