Нефтекама ҡалаһындағы 15-се мәктәп базаһында самбо менән шөғөлләнеү өсөн яңы зал асылды. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура төҙөү – “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы бурыстарының береһе.
“Нефтекамала самбо өсөн яңы зал асылыуы – халыҡ өсөн күңелле ваҡиға, ул күләмле спортты үҫтереү буйынса системалы эштең алып барылыуын күрһәтә. Федераль һәм төбәк средстволарын йәлеп итеү заманса спорт базаһын булдырырға, талантлы балаларҙы йәлеп итергә мөмкинлек тыуҙыра”, – тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.
Самбо бүлексәһе өсөн учреждениеға яңы инвентарь ҙа алынған. Заманса күнекмә манекендары йәш самбистарға техникаларын камилләштерергә ярҙам итәсәк.
“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (государственная программа “Спорт Росии”) физкультура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға , массовый спортты популярлаштырыуға һәм тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура барлыҡҡа килә , саралар үтә, ГТО комплексы нормалары тапшырыла , күнегеүҙәр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Федерация самбо Нефтекамск”