Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март , 11:30

Өфөлә сквер төҙөкләндерелә

Унда яңы арт - объекттар ҙа булдырыласаҡ

Өфөлә сквер төҙөкләндерелә
Өфөлә сквер төҙөкләндерелә

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Өфөнөң Калинин районында Хәтер скверын төҙөкләндереү планлаштырыла. Был турала республиканың Торлаҡ–коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Реконструкциялау эштәренә яңы уйын урындарын булдырыу, юлдар эшләү, яҡтыртыу сараларын күреү, балалар майҙансыҡтарын һәм ял зоналарын булдырыу инә. Был объект былтыр йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүҙә еңеү яуланы. Улар өсөн 42 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе. Шул уҡ ваҡытта йәшәүселәрҙең теләге лә иғтибарға алынды.

Яңыртылған скверҙа шулай уҡ “Яңы ғүмер”  исемле ауырлы ҡатын фигураһы рәүешендә арт-объект ҡуйыу ҙа ниәтләнә. Был эштәр 2026 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас