Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә “Артериаль гипертензия мәктәбе” проекты тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Башланғыс халыҡтың ҡан баҫымын даими контролдә тотоуҙың мөһимлеге тураһында мәғлүмәтлелеген арттырыуға, шулай уҡ пациенттарҙа гипертония барлыҡҡа килеү хәүефен кәметеү өсөн күрһәткестәрҙе дөрөҫ үлсәү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу күнекмәләрен булдырыуға йүнәлтелгән.
Дәрестәрҙә ҡан баҫымын дөрөҫ үлсәү ысулдарын, күрһәткестәрҙе даими күҙәтеү һәм контролдә тотоу кәрәклеген, ҡан баҫымын иҫкәртеү һәм кәметеү өсөн йәшәү рәүешен төҙәтеү буйынса тәҡдимдәрҙе, гипертензияны дауалау һәм иҫкәртеүҙең төп алымдарын үҙ эсенә алған төп мәсьәләләр тикшерелә.
– Бөтәһен дә сәләмәт йәшәү рәүеше принциптарын үтәргә, даими медицина тикшереүе үтергә һәм табип-белгестәр менән кәңәшләшергә саҡырабыҙ. Ваҡытында башланған диагностика, дөрөҫ дауалау һәм тәҡдимдәрҙе үтәү хәлде контролдә тоторға һәм өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә, — тип билдәләне табип-кардиолог Дилә Сәйфуллина.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) төп маҡсаты – граждандар оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын - 78, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырылған. Милли проект булышлығында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаштырыла, милли тикшереү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: ufa-news.net