Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Март , 11:00

Үрге Йәркәйҙә коммуналь селтәрҙәр яңыртыла

Ҡорос торбалар замансаға алмаштырыла.

Үрге Йәркәйҙә коммуналь селтәрҙәр яңыртыла
Үрге Йәркәйҙә коммуналь селтәрҙәр яңыртыла

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Үрге Йәркәйҙә һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре модернизациялана, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.

Объект Яримов һәм Пушкин урамдарында урынлашҡан. Уның дөйөм оҙонлоғо 670 метр тәшкил итә. Эш барышында ҡорос торбалар заманса полиэтилен торбаларға алмаштырыла.

– Коммуналь селтәрҙәрҙе капиталь ремонтлау - ҡатмарлы технология процесы. Ул барлыҡ этапта ла һөнәри оҫталыҡты талап итә. Беҙ һуңғы һөҙөмтәгә генә түгел, эш барышына ла ҙур иғтибар бирәбеҙ: ҡулланылған материалдар, эш алымдары, ваҡыт нормаһын үтәү - барыһы ла ҡыҙыҡһындыра һәм даими контролдә тотола, ­ - тинеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

“Тормош өсөн инфраструктура “ милли проекты ауылдарҙы комплекслы үҫтереүгә маҡсатланған.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.  

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас