Башҡортостанда “Йыл оҫтаһы-2026” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Конкурс “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект "Молодежь и дети") “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы үтә.
Ул педагогик профессиялар абруйын күтәреүгә, колледждарҙың кадрҙар ҡеүәтен үҫтереүгә, производство оҫталары һәм урта һөнәри белем уҡытыусыларының алдынғы тәжрибәһен таратыуға йүнәлтелгән.
20 февралдән 10 мартҡа тиклем дауам иткән ғаризалар ҡабул итеү кампанияһы барышында ойоштороу комитеты урта һөнәри белем биреү системаһы педагогия хеҙмәткәрҙәренән 148 ғариза алған.
Конкурстың төбәк операторы – Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге – килгән материалдарҙы һайлап алыуға тотондо. Эксперттар алдағы этаптарҙа көрәшәсәк ҡатнашыусыларҙың документтарын һәм портфолиеһын баһалаясаҡ. Һайлап алыу һөҙөмтәһе 2026 йылдың 16 мартынан һуң билдәле буласаҡ.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү - производство үҙәктәрен һәм һөнәри әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: VK. com