Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март , 10:55

Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Атап әйткәндә, Михайловка ауылында Ленин урамындағы сквер үҙгәртеләсәк.

Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Быйыл Башҡортостанда 150-нән ашыу йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Белгестәр 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса Башҡортостанда 152 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндерәсәк, тип хәбәр иттеләр төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Атап әйткәндә, Михайловка ауылында Ленин урамындағы сквер үҙгәртеләсәк. Унда асфальт түшәйәсәктәр, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөйәсәктәр, эскәмйәләр һәм урналар ҡуясаҡтар. Шулай уҡ белгестәр яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлаясаҡ, велосипед парковкаларын, саралар үткәреү өсөн сәхнә төҙөйәсәк һәм йәшелләндереү үткәрәсәк. Проектты көҙгә тамамларға тейештәр.

Тағы ла эштәр Приют ҡасабаһындағы “Йәштәр” скверында уҙғарыласаҡ. Элек унда йәйәүлеләр һуҡмағы һәм баскетбол, волейбол, мини-футбол һәм ҙур теннис уйындары өсөн универсаль спорт майҙаны барлыҡҡа килгән. Хәҙер оҫталарға памп-трек һәм өҫтәл теннисы һөйөүселәр өсөн айырым майҙансыҡ йыһазландырырға, бәләкәй архитектура формаларын ҡуйырға кәрәк.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас